Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2022, 18:40

Йәрмәкәйҙә КРСТ программаһы буйынса дүрт ғаилә өйлө булды

"Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" йүнәлеше буйынса ярҙам федераль кимәлдән күрһәтелә.

Йәрмәкәйҙә КРСТ программаһы буйынса дүрт ғаилә өйлө булды
Йәрмәкәйҙә КРСТ программаһы буйынса дүрт ғаилә өйлө булды

Ике өйгә Иҫке Турай ауылында Гүзәл һәм Руслан Сапҡоловтар, Раил Латиповтың ғаиләләре күсенде. Усман-Ташлыла Екатерина Андреева йәшәйәсәк.

КРСТ программа буйынса төҙөлгән торлаҡ бар заманса талаптарға яуап бирә. Социаль найм килешеүе буйынса бирелгән был йорттарҙы граждандар бер үк эш биреүселә 5-10 йыл хеҙмәт килешеүен өҙмәһәләр, әйтелгән ваҡыт үткәс ҡулайлы шарттарҙа үҙҙәренә һатып ала алалар.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: