Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2022, 15:50

Көнтүгештә күпер төҙөкләндереләсәк

Балтас районының Көнтүгеш ауылы йылдан-йыл матурая. Былтыр ауылға тиклем асфальт һалынды. Быйыл улар Көнтүгеш йылғаһы һалынған авария хәлендәге күперҙе яңыртыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.

Көнтүгештә күпер төҙөкләндереләсәк
Көнтүгештә күпер төҙөкләндереләсәк

 

 Балтас районының Көнтүгеш ауылы халҡы ауыл мәҙәниәт йортона йыйылып, ошо хаҡта фекер алышты. Йыйылышта 61 йортта йәшәгән 112 кешенең егермеһе ҡатнашты. Сараның көн тәртибенә алдағы йылда Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыуға ҡағылышлы мәсьәлә ҡаралды.

Көнтүгеш йылғаһы аша күпер бөгөн  емерек хәлдә. Уға капиталь ремонт талап ителә.

– Күперҙең төҙөк булыуы ауыл халҡы өсөн бик тә кәрәк. Ике яҡ ярҙы тоташтырған яйланма аша кеше урманға, бесәнлегенә, шишмә һыуына, балыҡсылар быуа буйына ял итергә йөрөй. Һыу бер яҡ ярҙы йыуған, өҫтөндәге плитәләре емерелгән ававрия хәлендәге күперҙән хәҙер  грейдер ҙа сыға алмай, ауыл халҡы күп уңайһыҙлыҡтар кисерә,– ти Көнтүгеш ауылында йәшәүсе Рәфизә Гәрәева.

Фекер алышыу барышында залда ултырған бар халыҡ программа сиктәрендә Көнтүгеш йылғаһы аша күперҙе капиталь төҙөкләндереүҙе һайлап, уны киләсәктә яңыртыу өсөн  бер тауыштан тауыш биррҙе. Халыҡтан йыяһы аҡса өлөшөн сметала ҡаралған сумманың ун проценты күләмендә индерергә килештеләр. Йыйылышта программаны тормошҡа ашырыу өсөн бағыусы ла табырға килешелде. Ауылда йәшәгән иң актив биш кешенән инициатив төркөм һайланды. Улар   йорт буйынса йөрөп, халыҡҡа программа шарттарын аңлатасаҡтар.

   Ниәтләгәндәрҙе күмәк көс менән тормошҡа ашырырға яҙһын!

 Игорь Яниев, Балтас районының  Көнтүгеш ауыл хакимиәте башлығы.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: