Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2022, 15:00

Әгәр ҙә берәйһе боҙолған машинаһы менән урын биләһә...

Ҙур ҡалаларҙа машина ҡуйыу өсөн урын былай ҙа аҙ, бәғзеләр ватыҡ "тимер ат"тарын йылдар буйы ултыртып ҡуя. Шундайҙарҙың береһе Өфөнөң Мичурин урамында асыҡланған. Барыһына ла ҡамасаулаған автомобилдең эйәһенә әйтеп тә ҡарағандар - тупаҫ һүҙ генә ишеткәндәр. Ярҙамға #ЦУРБашкортостан килгән.

Әгәр ҙә берәйһе боҙолған машинаһы менән урын биләһә...
Әгәр ҙә берәйһе боҙолған машинаһы менән урын биләһә...

Айгөл Әбүбәкирова тигән ҡатын-ҡыҙ кеше соцселтәрҙәргә проблема тураһында ялыу яҙған һәм уны Республика менән идара итеү үҙәге эләктергән. Улары, үҙ сиратта, мөрәжәғәтте баш ҡаланың Киров район хакимиәтенә ебәргәндәр.

11 ғинуарҙа хакимиәттән кеше барып, ватыҡ техниканы ситкә күсереүгә өлгәшкән.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: