Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2022, 05:14

Йәнә ситтән тороп эшләүгә күсәбеҙ

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин беҙҙең Башлыҡҡа күрһәтмә бирҙе.

Йәнә ситтән тороп эшләүгә күсәбеҙ
Йәнә ситтән тороп эшләүгә күсәбеҙ

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса координация советының видеоконференция форматындағы кәңәшмәлә ҡатнашты. Ултырышта Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин эш биреүселәргә коллективтың бер өлөшөн дистанцион эшләүгә күсерергә тәҡдим итте.

Уның һүҙҙәренсә, табиптарға ярҙам итеү һәм медицина ойошмаларына йөктө кәметеү маҡсатында мөмкин булғанса персоналды дистанцион эшкә күсерергә кәрәк. Был иң тәүҙә өлкән йәштәгеләргә һәм хроник сирҙәре булғандарға ҡағыла.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: