Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2022, 12:05

ЦУР хәбәр итә: Башҡортостанда электромобилдәр өсөн туйындырыу станциялары күбәйәсәк

Алексей Глуховцев тигән кеше Стәрлетамаҡ-Салауат электромобилселәре исеменән төбәктә туйындырыу станцияларын күберәк булдырырға кәрәк тип яҙған һәм уны #ЦУРБашкортостан эләктерә лә һалған.

ЦУР хәбәр итә: Башҡортостанда электромобилдәр өсөн туйындырыу станциялары күбәйәсәк
ЦУР хәбәр итә: Башҡортостанда электромобилдәр өсөн туйындырыу станциялары күбәйәсәк

«Поставьте зарядки между Уфой, Стерлитамаком, Салаватом, Мелеузом, Оренбургом. Это будет основа для путешествий по республике на электромобилях. Быстрая зарядка уже есть в Оренбурге, причем бесплатная! И потянутся экотуристы, например, от Стерлитамака в сторону Красноусольска (около 70 км). На трассе нужны быстрые зарядки, а в городах и конечных точках  туристической отрасли можно и послабее”, - тигән ул.

Республика менән идара итеү үҙәге, был хәбәр һеҙҙең йүнәлештә тип, уны БР Сәнәғәт министрлығына ебәргән. Шуныһы асыҡланған - беҙҙә 13 туйындырыу станцияһы бар. Быйыл тағы ла шул сама электрозаправка сафҡа инәсәк, улар Өфө-Ырымбур юлында ла буласаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: