Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2022, 19:30

Тәүге зональ агрономия конференцияһы уҙҙы

Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов алып барҙы. Яҙғы баҫыу эштәрен ойоштороуға арналған был сара бөгөн видеоэлемтә аша үтте.

Тәүге зональ агрономия конференцияһы уҙҙы
Тәүге зональ агрономия конференцияһы уҙҙы

Сарала министрлыҡ вәкилдәре, Мәләүез, Ишембай, Стәрлебаш, Федоровка, Көйөргәҙе, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының ауыл хужалығы бүлектәре (идаралыҡтары) начальниктары, баш агрономдары, инженерҙары, АХП һәм фермер хужалыҡтары етәкселәре, белгестәре ҡатнашты.

Вице-премьер әйтеп үтеүенсә, 2022 йылғы сәсеү кампанияһы ҡатмарлы шарттарҙа үтеүе мөмкин, шуға күрә лә уға алдан әҙерләнеү мөһим. Быға дым булғанса тупраҡты эшкәртеү, "туңдырылған" хаҡтар булғанда ашламалар һатып алып туплау кеүек эштәр инә. Аграрийҙар яҙғы сәсеүгә 20 млрд һум тирәһе аҡса тотонасаҡ. Был былтырғынан 3 миллиард һумға күберәк. Финанслауҙың төп сығанағы булып льготалы кредиттар тора.

Кәңәшмәлә артабан сәсеү майҙандарын киңәйтеү, һөҙөмтәле агротехника, «РЕСПАК АПК» һанлы мәғлүмәт системаһы эше, техниканың әҙерлеге, яңы уңыш игене сифатын тикшереү, пестицидтар әйләнеше, агростраховкалау һорауҙары ла ҡаралды.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: