Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2022, 16:40

"Башҡортостан аҙыҡ- түлеге" проектына инде

Ҡырмыҫҡалыла сифатлы сәй етештереләр. Эсеп ҡарағанығыҙ бармы?

"Башҡортостан аҙыҡ- түлеге" проектына инде
"Башҡортостан аҙыҡ- түлеге" проектына инде

 Ҡырмыҫҡалы районындағы сәй етештереү менән шөғөлләнгән  «Джума ти» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты дипломанты буласаҡ.

 – Проектта ҡатнашыу предприятиеға төбәк һәм федераль баҙарға сығырға, тауар әйләнешен арттырырға, Рәсәйҙең сауҙа майҙандарында позицияларҙы көсәйтергә, һатып алыусылар даирәһе араһында танылыу алырға мөмкинлек бирәсәк, - тип билдәләй БР  сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

  «Джума ти» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡорт үләндәренән, емеш-еләктәренән һәм сәскәләренән эсемлектәр уйлап сығарған, шулай уҡ Кениянан, Һиндостандан, Көньяҡ Африка Республикаһынан килтерелгән ҡара һәм йәшел сәйҙең юғары сорттарын етештергән. 2019 йылда ойошторолған предприятиела заманса етештереү ҡорамалдары ҡулланыла. Ойошманың төп стратегик йүнәлеше етештереү сығымдарын кәметеүгә һәм юғары сортлы сәйгә арзан хаҡты һаҡлап ҡалыу өсөн сеймал килтереүгә ҡайтып ҡала.
  «Джума ти» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте продукцияһының сифаты һәм хәүефһеҙлеге дәүләт стандарттары, Евразия иҡтисади союзы талаптарына, ХАССП, Хәләл тауар принциптарына тап килә. Етештереүсе продукцияһы ассортиментында 17 төр сәй эсемлеге бар.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: