Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2022, 05:21

Волга буйы Болғарының ислам ҡабул итеүенә 1100 йыл!

Ошо айҡанлы Азат Бадранов Татарстан Премьер-министры урынбаҫары Вәсил Шәйхрәзиев менән осрашты.

Волга буйы Болғарының ислам ҡабул итеүенә 1100 йыл!
Волга буйы Болғарының ислам ҡабул итеүенә 1100 йыл!

Кисә Хөкүмәт йортонда Башҡортостандың һәм Татарстандың Премьер-министрҙары урынбаҫарҙары осрашты. Вәсил Шәйхрәзиев Өфөгә ике көнлөк эш сәфәренә килгән.

Осрашыу барышында Волга буйы Болғарының рәсми рәүештә ислам ҡабул итеүенә 1100 йыл тулыуын билдәләү мәсьәләләре ҡаралды.

— Төп саралар Ҡазанда 19 – 21 майҙа үтәсәк. План раҫланған, «Рәсәй – Ислам донъяһы: KazanSummit» конференцияһын, Татар дин эшмәкәрҙәре форумын һәм башҡа сараларҙы үткәреү ҡаралған. Бынан тыш, байрам Санкт-Петербургта, Себерҙә һәм Өфөлә киң билдәләнәсәк, шуға күрә беҙгә һөйләшеп килешергә кәрәк, – тип белдерҙе Шәйхрәзиев.

Азат Бадранов байрамға республикабыҙҙың да әҙерләнеүен һөйләне.

– Волга буйы Болғарының рәсми рәүештә ислам ҡабул итеүе – беҙҙең өсөн тамырҙарыбыҙҙы барлау. Беҙ тарихи шәхестәргә, мәғрифәтселәргә һәм уларҙың хеҙмәттәренә ныҡлы иғтибар биреү хаҡында һөйләштек. ХХ быуат башында тап улар беҙҙең халыҡтарҙың интеллигенцияһына нигеҙ һалған. Улар үҙҙәрен милләткә бүлмәгән – был беҙҙең уртаҡ тарих, уртаҡ тамырҙарыбыҙ, – тип белдерҙе Азат Бадранов.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: