Артабан унан район хакимиәте менән бәйләнешкә инеп, проблема нимәнән килеп тыуған тип белешкәндәр. Һыуҙы ремонттан һуң иҫке торбалар бысратҡан, уларҙы заманса пластикка алмаштырыу талап ителгән.
Район хакимиәте һыу алыу системаһын реконструкциялауҙы әҙерләгән. Артабан муниципалитет «Таҙа һыу» федераль маҡсатлы программаһына уңышлы эләккән. Федераль һәм республика аҡсаһына канализация һәм һыу үткәргес селтәрҙәре алмаштырылған, станция ремонтланған һәм ер аҫты һыуын таҙартыу-йомшартыу системаһы ҡуйылған.
Ошо көндәрҙә бар эштәр тамамланған һәм саҡмағоштарҙың йорттарына таҙа һәм сифатлы һыу килгән.