Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2022, 20:10

Әбйәлил районының Сиҙәм ауылында ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде

Бының туралағы бойороҡҡа БР Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. 12 ғинуарҙан ғәмәлдәэбулған документты хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталына табырға мөмкин.

Әбйәлил районының Сиҙәм ауылында ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде
Әбйәлил районының Сиҙәм ауылында ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде

Эпизоотик усаҡ тип урындағы шәхси эшҡыуарҙың хужалығы аталған.

Тыйыу сараларын рәсми рәүештә сискәнсе карантинлы урынға, йәғни ауыл биләмәһенә эт-бесәйҙәрҙе индереү, ҡыр хайуандарын тотоу һәм уларҙы ситкә сығарыу ярамай. Район власына белгестәр менән ҡурҡыныс эпизоотик сирҙең барлыҡҡа килеүен асыҡларға һәм уны юҡ итергә саралар күрергә ҡушылған.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: