Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына Флүрә Килдейәрованың һөйәрмәндәре һәм уҡыусылары йыйылды. Йырсыны БР мәҙәниәт министры тәбрикләне һәм Башҡортостан Башлығының ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. Әминә Шәфиҡова йырсыға республикабыҙҙың юғары наградаһы – Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.
«Үҙегеҙҙең күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ менән Рәсәй йыр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерҙегеҙ. Һеҙ – ҡатмарлы опера партиялары менән бер рәттән башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙарын берҙәй оҫта, юғары кимәлдә башҡарған йырсы. Үҙегеҙҙең йыр-моңға һәләтегеҙҙе һеҙ яратҡан уҡыусыларығыҙға тапшыраһығыҙ», – тиелә Башҡортостан Башлығының ҡотлауында.
Кисәлә халыҡ йырҙары, опера ариялары һәм классик музыка яңғыраны. Йырсыға Башҡортостандың халыҡ артисы Индира Әсәҙуллина һәм халыҡ-ара бәйгеләр еңеүсеһе Ксения Равнейко ҡушылып йырланы. Юбилярҙы уҡыусылары, республикабыҙҙың танылған сәнғәт оҫталары Иҙрис Ғәзиев һәм Йәмил Әбделмәнов тәбрикләне. Флүрә Әхмәтша ҡыҙы үҙенең хәтирәләре һәм уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.