Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Б.Исҡужиндың тыуған көнөндә Б.Исҡужин исемендәге юмор, сатира һәм лаҡаптар конкурсы иғлан итә.
ПОЛОЖЕНИЕ
Буранбай Исҡужинға 70 йәш тулыу һәм 2022 йылдың Рәсәйҙә Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителеүе уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы яҡташ шағирыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү, юмор һәм сатира, лаҡаптар традицияларын үҫтереү, ошо жанрҙа ижад итеүселәрҙе әҙәбиәткә ылыҡтырыу маҡсатында ижадсылар араһында Буранбай Исҡужин исемендәге юмор, сатира һәм лаҡаптар конкурсы иғлан итә.
Башҡорт әҙәбиәтендә айырым урын биләгән үткер ҡәләмле, төртмә телле шағир, прозаик, драматург та, сатира оҫтаһы ла булған Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Буранбай Мәхмүт улы Искужиндың ижады үҙенсәлекле булыуы менән айырылып тора: унда сихри наҙ ҙа, үткер ҡаяу ҙа, тормоштоң әсе дөрөҫлөгө лә, өмөт һәм өмөтһөҙлөк тә бар. Әҙәбиәт һөйөүселәр хәтерендә Буранбай Исҡужин тормоштоң сөсөһөнә ҡарағанда әсеһен күберәк татыған һәм, шуларҙан һығып, халыҡсан, тос әҫәрҙәр ҡойған маһир автор булараҡ йәшәй һәм фәһемле әҫәрҙәре, шаян, хатта уҫал шиғырҙары, моңһоу драмалары, һағышлы йырҙары менән иҫтә ҡаласаҡ. Ә шулай ҙа уның ижадының төп үҙенсәлеге – юмор һәм сатира. Буранбай Исҡужин, йәмғиәтебеҙҙең кире яҡтарын күреп, ҡыйыу һәм әсе итеп тәнҡитләүҙән ҡурҡманы. Шулай уҡ ауырлыҡтарға еңелсә юмор менән ҡарау, үҙенә ҡарата ла ҡаты талапсанлыҡ, хатта тәнҡиди күҙлектән, ҡайһы саҡта көлөп бағыу уға яуап һүҙе әйтергә теләүселәрҙе лә ҡоралһыҙландыра ине. Йылы шаяртыу, тос пародиялар, сәпкә тейерлек лаҡаптар оҫтаһы ла булды ул. Бындай таһыллыҡ әҙәбиәтебеҙҙә бик һирәк күренеш. Көлөүҙең ике формаһы – сатира һәм юмор – бик борондан әкиәттәрҙә, көләмәстәрҙә, таҡмаҡтарҙа йәшәй. Был бик нескә жанрҙарҙың төп һыҙаты – тормошсан йөкмәткелә. Көлдөрөү өсөн генә көсәнеп, артыҡ арзан, ялған ситуациялар уйлап сығарыу уҡыусыны ышандырмай. Бөйөк шағир А.С. Пушкиндың: “Закондар ҡылысы етмәгән урынға сатира ҡылысы барып етә”, – тигәне күптәргә мәғлүм. Шулай ҙа көйҙөрөүсе сатираға ҡарағанда ҡыҙыҡлы юморға ихтыяж юғарыраҡ. Сөнки ул ҡыйын хәлдәрҙән, күңел төшөнкөлөгөнән аралай, кәйефте күтәрә. Шаян кешенең ғүмере оҙонораҡ, матурыраҡ, күңеллерәк, бәхетлерәк була. Хәҙерге заманда халҡыбыҙға юмор бик тә кәрәк. Конкурс ошоно күҙ уңында тотоп ойошторола ла инде.
Ә лаҡаптар башҡорт фольклорында бәләкәй юмористик жанрҙарға инә. Лаҡап - нигеҙендә ҡушамат йәки урынһыҙ әйтелгән һүҙгә бәйле ысын булған көлкөлө ваҡиға ятҡан ерле мәҡәл, тапҡыр һүҙ урынына ҡулланылыусы фразеологик берәмек. Лаҡаптың тарихын һөйләһәң, көләмәс хасил була. Шулай итеп, Буранбай Исҡужин исемендәге юмор, сатира һәм лаҡаптар конкурсының шарттары түбәндәгесә:
1. Конкурста юмор, сатира һәм лаҡап жанрында яҙышыу һәләте булған 18 йәштән өлкән бәйгеселәр ҡатнаша ала.
2. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың эштәре “Поэзия”, “Проза” номинацияларында баһаланасаҡ.
3. Ҡатнашыусылар тормоштоң төрлө күренештәренә ҡарата арнап үҙҙәре ижад иткән әҫәрҙәрен (Документ Microsoft Word.docx форматында) [email protected] адресына ебәрергә тейеш.
4. Прозаның мөмкин тиклем ҡыҫҡа, ә шиғырҙар 12 юлға тиклем генә булыуы мотлаҡ!
5. Ҡатнашыусыларҙың эштәре 2022 йылдың 15 ғинуарынан 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
6. Ижади эштәрҙе яҡташ яҙыусы Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай етәкселегендәге жюри баһалаясаҡ. Белешмәләр өсөн телефон: 3-16-74. Ойоштороу комитеты.
Мәғлүмәт "Читающий Баймаҡ" төркөмөнән.