Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2022, 11:03

Һүрәттәге ир – герой!

Ул күршеһен янғындан ҡотҡарған.

Һүрәттәге ир – герой!
Һүрәттәге ир – герой!

Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында бер ағас йорт янып киткән. Был ваҡытта Ишбулат Абайҙуллин туғанын ерләп, өйөнә  ҡайтып барған булған.

«Баҡса аша үтеп, йортҡа йүгереп индем. Көслө төтөн, бер ни ҙә күренмәй. Ҡул менән һәрмәнеп көскә барып таптым, кем икәнен дә аңламағайным», – тип һөйләй ҡыйыу йөрәкле ир.

Был мәлдә 53 йәшлек ҡатын иҫен юйып ҡолаған була. Ауылдаштары уға тәүге ярҙам күрһәткән арала Ишбулат ағай өй хужаһын ҡотҡарырға ашыға.

«Ҡурҡыныс, әммә ҡалайтаһың. Дөрләп янған йортҡа индем, бер ни ҙә күренмәй. Кире сыҡтым. Икенсегә инеп ҡараным. Тын алыу ҙа мөмкин түгел. Бик яҡшы ир уҙаманы ине. Йәл», – тип һөйләй ир.

Мәғлүм булыуынса, ҡатын һәләк булған иргә хәл белергә ингән. Әммә электр плитәһенән кинәт кенә ут сыҡҡан һәм бар йортто ялмап алған. Ҡатын менән ир һөрөм менән ағыуланып ҡолаған. Зыян күреүсе дауаханала, хәле уртаса тип баһалана.

Ҡотҡарыусы үҙе Өфөлә йәшәй, ә Ҡанаҡайға ял көндәрендә генә килеп йөрөй. Ул – хоҡуҡ бүлеге начальнигы, быға тиклем дәүләт органдарында суд системаһында хеҙмәт иткән.

Афарин, Ишбулат Ғәйфулла улы! Һеҙҙең кеүек кешеләр күберәк булһын ине!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: