Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2022, 20:40

Сибайҙа бынан ары һары ҡар яумаясаҡ

Тирә-яҡтың бысраныуына сәбәпле булған «Уралпромтехсервис» предприятиеһында өҫтәмә таҙартыу фильтрҙары ҡуйыла.

Сибайҙа бынан ары һары ҡар яумаясаҡ
Сибайҙа бынан ары һары ҡар яумаясаҡ

Һыу ярҙамында эшләгән агрегатты ҡороу-сафҡа ебәреүҙән һуң ҡала халҡы менән осрашыу уҙасаҡ.

Быға тиклем беҙ Сибай халҡының ҡарҙың бысраныуына хафаланып соцселтәрҙәрҙә шау-шыу ҡуптарыуын, ҡала мэры Рөстәм Афзаловҡа мөрәжәғәт итеүҙәре тураһында хәбәр иткәйнек. Ул, үҙ сиратта, предприятие етәкселеге менән осрашты һәм лигносульфонаттарҙы киптереү линияһын туҡтатыуҙы талап итте.

Завод менеджменты фильтрлау ҡорамалдарын яңыртырға, уға тағы ла өлөштәр өҫтәргә ризалашты.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: