Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2022, 18:30

Коммуналь техника һатып алыуға - 1,4 млрд һум

БР Хөкүмәтендәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев белдереүенсә, быйыл район-ҡалаларға коммуналь техника һатып алыуға республика бюджетынан 1,432 млрд һум аҡса бүленәсәк. Уның 1,032 миллиарды ҡала округтарына, 400 млн һумы ауыл райондарына тәғәйенләнгән.

Коммуналь техника һатып алыуға - 1,4 млрд һум
Коммуналь техника һатып алыуға - 1,4 млрд һум

Аҙаүтан кәңәшмәлә техника һатып алыу өсөн юл картаһы күрһәтелде. Уның буйынса 1 майға тиклем йәйге, 1 июлгә тиклем ҡышҡы машина-ҡоролма ҡайтарыласаҡ. Үҙ сиратында, БР Башлығы Радий Хәбиров документты раҫланы һәм үҙ күрһәтмәләрен бирҙе

***

Төбәктең ЖКХ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев Өфөнөң коммуналь хеҙмәттәре торошо тураһында һөйләне.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: