Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2022, 11:45

Сибайҙың ҡары һарғайған!

Юҡ, эттәр-иҫеректәр-хулигандар ғәйепле түгел. Карьер ҙа "ни причом". Сәбәбе етди - сайтта уҡығыҙ

Сибайҙың ҡары һарғайған!
Сибайҙың ҡары һарғайған!

Яңы йыл алдынан Сибай ҡалаһы халҡы ҡар ҡыҙғылт-һары төҫкә инде тип соцселтәрҙәрҙә шау-шыу ҡуптарғайны. Әле ҡала мэры Рөстәм Афзалов хәбәр итеүенсә, "Уралпромтехсервис" заводы 7 көнгә эшен туҡтатты.

Предприятиела лигносульфонаттар киптереү линияһы туҡтатылып, фильтрау ҡоролмалары үҙгәртеләсәк һәм өҫтәмә скрубберҙар ҡуйыласаҡ.

"Будут применены дополнительные методы очистки выбрасываемых газов, основанные на их промывке. Работу предприятия мы контролируем. После запуска линии осушки экологи проведут замеры эффективности работы газоочистного оборудования. На сырьё, которое использует завод, имеется паспорт безопасности", - тигән ҡала мэры.

Шул уҡ мәлдә Дәүләт аналитика контроле идаралығы лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре завод биләмәһендә ҡарҙың пробаларын алды, һөҙөмтәләрен бер аҙҙан хәбәр итәсәктәр.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: