-3 °С
Ҡар
Ваҡиға урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар вертолет корпусы тимерҙәрен гидроҡайсылар ярҙамында ҡырҡып, кешеләрҙе эстән алған.
Бортта булған пилоттың, ике пассажирҙың береһе шунда уҡ үлгән, икенсеһе "ашығыс ярҙам" машинаһында йән биргән. Өсөнсөһө иһә еңелсә йәрәхәтләнгән һәм табиптар ярҙамынан баш тартҡан.
Шәхси вертолеттың ауыр авиация аварияһы фактын тәфтишселәр тикшерә.