Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2022, 16:45

Көн боҙолдо: юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Көн торошоноң үҙгәреүе күҙәтелә. Ул - һауа температураһының күтәрелеү-төшөүе, күпләп ҡар, урыны менән рашҡы яуыуы. Айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ, юлдарға ҡар һырыуы күҙәтелгән. Төндә һауа температураһы -8,-13 градусҡа түбәнәйәсәк, был иһә боҙлауыҡҡа килтерәсәк.

Көн боҙолдо: юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Көн боҙолдо: юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостандың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов транспорт саралары менән идара иткәндә айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра.

Алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ. Ҡыумағыҙ, тиҙлекте һәм дистанцияны һаҡлағыҙ, кеше үткәргестәрҙә һаҡ булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктерегеҙ. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре баш ҡала, федераль һәм республика юлдарында көсәйтелгән режимда эшләй.

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә шылтыратыр өсөн телефон һандарын бирәбеҙ: 235-84-02, 233-27-31, 237-84-80, 237-02-02.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: