Мәғлүм булыуынса, Балыҡсы нәҫеле вәкилдәре борон-борондан балыҡсылыҡ, ҡошсолоҡ, умартасылыҡ, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән.
Ярышҡа Әмир, Яңы Һөйөш, Солтанбәк ауылдарынан, шулай уҡ Өфө ҡалаһынан да балыҡсылар килде. Бәйгеселәр бер сәғәт эсендә үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте, еңеүҙе иң күп балыҡ тотоп өлгөргән кеше яуланы. Турнирҙа балыҡтарҙың ауырлығына ла, төрөнә лә иғтибар бирергә кәрәк икәнлеге асыҡланды.
Еңеүселәр грамоталар һәм бүләктәр менән наградланды. Көн һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, тамашасылар ҙа бик күп килгәйне. Шуныһы ҡыуаныслы — сарала ҡатнашыусылар араһында балалар ҙа булды.
Сарала ҡатнашыусылар бик ҡәнәғәт булды һәм күтәренке кәйеф менән ҡайтып китте.