Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2022, 14:50

Йәнә биҙрә, йәнә ҡом?

Өфөнөң бер урынында урам һепереүселәр кешеләр йөрөгән урынға күпләп ҡом һибергә мәжбүр булған. Был үсләшеү-этләшеү түгел - ә хәүефһеҙлек сараһы. Ниңә тиегеҙме? Сайтта

Йәнә биҙрә, йәнә ҡом?
Йәнә биҙрә, йәнә ҡом?

Баҡтиһәң, баш ҡаланың Граждандарҙы һаҡлау идаралығынан аңлатыуҙарынса, кешеләр "Торатау" Конгресс-холы артында амфитеатр битләүендә ҡарҙан шыуа башлаған. Был рәсми тыйылған, сөнки даими рәүештә өлкәндәр һәм балалар йәрәхәтләнә.

Әле ҡар яуып үтте һәм тюбинг-маҙарҙа шыуыусылар йәнә амфитеатрға килгән. Тик уларҙы унда күңелһеҙ бүләк көткән - урам таҙартыусылар күпләп ҡом һипкән, кәртәләрҙе урынына ҡуйған. УГЗ-нан хәбәр итеүҙәренсә, бындай сикләү алымдары һәр ҡар яуыуҙан һуң ҡулланыласаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: