Мәғлүм булыуынса, өсөнсө йә артабанғы бала тыуғанда ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн 450 мең һум аҡса бирелә. Элек уны алыу өсөн ҡағыҙ документтар тупларға, банкка барырға, оҙаҡ ваҡыт көтөргә, ҡыҫҡаһы, ҡырҡ мәшәҡәтләнергә тура килә ине. Ә хәҙер түләүҙе «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында юлларға мөмкин. Бының өсөн ни бары шәхси кабинеттан «ДОМ.РФ» банкына кәрәкле документтарҙы һәм ғаризаны электрон рәүештә ебәрергә кәрәк. Ете көндән аҡса ипотека юллаған банкка килеп тә төшәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был түләү 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң өсөнсө йә артабанғы балалары тыуған ғаиләләргә бирелә. Шул уҡ ваҡытта өлкән балаларҙың йәше иҫәпкә алынмай. Шулай уҡ пособиены ер участкаһы, йорт һатып алыу йә төҙөү маҡсатында файҙаланырға мөмкин. 2021 йылда түләү 250 меңдән ашыу ғаиләгә бирелгән. Федераль бюджеттан 68 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.