Башҡорт Википедияһынан белешмә:
Дәүләтбай Абдрахман улы Рәхмәтуллин 1937 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ының (1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы) Бөрйән районы Нәби ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бәләкәйҙән етем ҡала һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күп ауырлыҡтар кисереп буй еткерә. 1955 йылда тыуған ауылындағы колхозда хеҙмәт эшмәкәрлеген йылҡы көтөүсеһе булып башлай. Үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡара, бер нисә йыл эсендә юғары күрһәткестәргә өлгәшә.
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974),
- 2015 йылдың июнендә Октябрьский ҡалаһында үткән Ҡурай байрамында Гран-при яулай.