Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2022, 11:10

Рәсәйҙә шәхси машиналар өсөн мотлаҡ техосмотр бөтөрөлдө

Бының турала законға РФ Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

Рәсәйҙә шәхси машиналар өсөн мотлаҡ техосмотр бөтөрөлдө
Рәсәйҙә шәхси машиналар өсөн мотлаҡ техосмотр бөтөрөлдө

Бынан ары граждандар эйә булған һәм улар тик үҙ мәнфәғәттәрендә генә файҙаланған еңел автомобилдәр һәм мототранспорт саралары техник торошто тикшереүҙән азат ителде.

Яңы норма такси кеүек пассажир ташыусы транспортҡа һәм эш өсөн ҡулланылған шәхси машиналарға ҡағылмай.

Техосмотр машинаны иҫәпкә ҡуйғанда, эйәһен алмаштырғанда, конструкцияһын үҙгәрткәндә, төп агрегаттарҙы алмаштырғанда ғына талап ителәсәк.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: