«...Ул көн бөгөнгөләй хәтеремдә. Концертҡа әҙерләнеп йөрөйөм, Ирина костюмды үтекләне лә аш бүлмәһенә инеп китте. Ҡыҙған үтек өҫтәлдә ҡалған. Элина, әсәһенән күрмәксе, үтекте ике ҡуллап күтәреп алмаһынмы! Ҡулы ныҡ беште, ауыртыуға түҙә алмай ҡысҡырып илай. Беҙ ныҡ бешмәгәндер тип уйланыҡ һәм бинт менән урап ҡуйҙыҡ. Икенсе көндө дауахана алып барҙыҡ.
Шул көндән төн йоҡолары онотолдо: реанимация, операциялар, дауаланыу курстары... Тәүге әмәлиәт уңышһыҙ килеп сыҡты, ҡыҙыбыҙҙың ҡулы үҫеүҙән туҡтаны. Тәжрибәле табиптар табып, яңынан операция яһаттыҡ. Әле күҙгә ташланып торған йәрәхәт урындары ҡалһа ла, Аллаға шөкөр, ҡулы үҫә, бармаҡтары эшләй.
Ҡайһы саҡ балалар ҡыҙыма: «Һинең ҡулын йәмһеҙ», – ти. Элина уларға үпкәләгәнен, кәйефе төшкәнен күрһәтмәй, ә өйгә ҡайтҡас, үкһеп илай. Характеры ныҡ. Был һынау тормошомда иң ауыры һәм һуңғыһы булһын ине тип теләйем, был тиклем борсолоуҙарҙы бер кемгә лә кисерергә яҙмаһын».