Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2021, 18:50

Төбәк етәксеһе 15 йәшлек үҫмерҙең Яңы йыл теләген үтәне

"Теләктәр шыршыһы" акцияһы барышында БР Башлығы Радий Хәбиров Данил Ларуков һәм уны ғаилә ағзалары менән Өфө тимер юл вокзалынан Дим станцияһына тиклем "Орлан" электр поезын йөрөтөп ҡараны. ⏬

Төбәк етәксеһе 15 йәшлек үҫмерҙең Яңы йыл теләген үтәне
Төбәк етәксеһе 15 йәшлек үҫмерҙең Яңы йыл теләген үтәне

Данил күп балалы ғаиләлә иң өлкәне. Уның 12 йәшлек һеңлеһе Дарья, 7 йәшлек ҡустыһы Максим һәм өс йәшлек һеңлеһе Полина бар. Һаулығы хөрт булғас Данил өйҙә генә уҡырға мәжбүр.

Үҫмергә поезд йөрөтөү ныҡ оҡшаған. Уға аҙаҡтан Ырымбурға тиклем бушлай барып ҡайтыуға сертификат та тапшырҙылар. Данилға шулай уҡ машинистарҙы өйрәтеү тренажерында ла күнекмә алырға рөхсәт бирелде.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: