-1 °С
Болотло
Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы дауалау, реабилитациялау, тәрбиәләү учреждениеһы 77 йыл элек асылған. Әле унда 131 бала бар, 13-ө тиҙҙән ғаиләле булырға тейеш.
Радий Хәбиров балалар концертын ҡараны, уларға уйынсыҡтар, китаптар бүләк итте, тәрбиәләнеүселәрҙе һәм учреждение хеҙмәткәрҙәрен яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы. Ул учреждениеның бинаһын бушлай ремонтлаған һәм даими рәүештә шефлыҡ ярҙамын күрһәткән Өфөнөң бер төҙөлөш фирмаһын маҡтап телгә алып үтте.