«Рәсәйҙәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияның дөйөм йыйылышында илдең сит ил эштәре министры Сергей Лавров беҙгә сертификат тапшырҙы. Ул – профессор Лариса Белан етәкселегендәге республика ғалимдарының һәм «Янғантау» шифаханаһы директоры Альфред Аҡбашевтың ҙур эш һөҙөмтәһе. Был статусҡа 2020 йылда эйә булғайныҡ, әммә пандемия башланыу сәбәпле сертификатты ала алманыҡ.
Был – беҙҙең өсөн оло ҡаҙаныш.
Тиҙҙән бында милли батырыбыҙ Салауат Юлаев иҫтәлегенә «Мәсетле» геологик музей һәм «Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплекстары төҙөләсәк.
Быйыл «Торатау» төбәк геопаркы ла ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инеүгә дәғүә иткән 16 биләмә исемлегенә инде. Киләһе йылда белгестәр делегацияһының килеүен көтәбеҙ.
Шулай уҡ яҙғыһын «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музейы үҙ ишектәрен асасаҡ.
Беҙҙең өсөн милли берҙәмлекте, бай тәбиғи, тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау, һис шикһеҙ, өҫтөнлөклө бурыс булып тора. Идеяларыбыҙҙы ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссиянан хеҙмәттәштәребеҙ ҙә хуплар тип ышанам», – тип яҙған республика етәксеһе.