Берҙән-бер көндө матур ҙа, сос та Арыҫлан үҙенең ысын дуҫы юҡлығын аңлай. Эргәһендә йөрөгән йыуан һәм килбәтһеҙ Бегемоттың ысын дуҫ булыуы мөмкин түгел дә инде! Уныңса, тик серле Гипоппотам ғына ысын дуҫ булырға хаҡлы! Шулай итеп, Арыҫлан Бегемот менән бергә Мираликундия тигән мөғжизәле ил буйлап ысын дуҫ эҙләргә сығып китә. Күп төрлө һынауҙар аша үтергә тура килә уға. Ә ауырлыҡтарға осрағанда һәр саҡ ярҙамға Бегемот ашыға...
Сәфәрҙән әйләнеп ҡайтҡас, аҡыллы Жираф Арыҫланға бегемоттың да, гипоппотамдың да бер үк йәнлектәр икәнен аңлата. Ысында бит тоғро дуҫты ҡайҙандыр ситтән эҙләргә лә кәрәкмәй, ғәҙәттә ул янығыҙҙа ғына йөрөй.
ИҒТИБАР! 26 ДЕКАБРЬ 13:00 СӘҒӘТТӘ 29 ДЕКАБРЬ 10:00 СӘҒӘТТӘ 3 ҒИНУАР 11:00 СӘҒӘТТӘ 8 ҒИНУАР 12:00 СӘҒӘТТӘ ӘКИӘТ БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ УЙНАЛАСАҠ.
Рәхим итегеҙ дуҫтар!