Ауырғазы районында 25 йәшлек полиция лейтенантының үҙ ғүмерен өҙөүе күптәрҙе ҡайғыртты.
Иң тәүҙә хоҡуҡ һаҡсыһы сменала булыуына ҡарамаҫтан, етәкселәре менән бәйләнешкә сыҡмай башлай. Уны эҙләргә тотоналар. Тиҙҙән Талбазынан 1,5 саҡрым алыҫлыҡта лейтенанттың «Нива»һы ултырыуы асыҡлана. Ошонда авто хужаһының үле кәүҙәһе табыла.
25 йәшлек Алмаз Ю.-ҙың хеҙмәттәштәре быға ышанып етмәй. Уларҙың һүҙҙәренсә, Алмаз 2015 йылдан органдарҙа эшләй, ә 2020 йылдан участковый итеп тәғәйенләнә.
– Бер ниндәй ҙә сәйерлеге юҡ ине. Депрессия менән яфаланманы, тормошҡа бер ваҡытта ла зарланманы. Алты йыл эшләү дәүерендә бер тапҡыр ҙа дисциплинар яза алманы, – ти улар.
Иң аяныслыһы: йәш участковыйҙың ҡатыны һәм ике балаһы ҡалған. Иң бәләкәсенә яңыраҡ ҡына бер йәш тулған булған. Лейтенант үҙенең татыу һәм бәхетле ғаиләһе хаҡында һәр ваҡыт ҡыуанып һөйләгән, ғорурланған. Егеттең ата-әсәһе һәм яҡындары ла был хәлгә ышанмай.
Әлеге ваҡытта участковыйҙың хеҙмәттәштәре тикшереү үткәрә башлаған.