Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2021, 20:00

Факиһа Туғыҙбаеваға таҡтаташ асыласаҡ

Иртәгә, 23 декабрҙә сәғәт 12-лә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваға арнап, Өфөнөң Революция урамы, 66 адресы буйынса мемориаль таҡтаташ асыласаҡ. ⏬

Факиһа Туғыҙбаеваға таҡтаташ асыласаҡ
Факиһа Туғыҙбаеваға таҡтаташ асыласаҡ

Белешмә:

Туғыҙбаева Факиһа Һаҙый ҡыҙы – күренекле башҡорт шағиры, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Уның 25 шиғырҙар йыйынтығы, балалар өсөн 10-дан ашыу китабы бар. Китаптары рус, татар, төрки телдәрендә донъя күрҙе. Авторҙың балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре башҡорт телен өйрәнеү буйынса уҡыу ҡулланмаларына индерелгән.

Факиһа Туғыҙбаева башҡорт әҙәбиәтен, республика журналистикаһын үҫтереүгә һәм пропагандалауға тос өлөш индерҙе. Ул 1995 йылда «Фатихамды бирәм һиңә» китабы өсөн башҡорт шағирәләренән беренсе булып Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. 2014 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде. 

Факиһа Туғыҙбаева – балалар өсөн «Аҡбуҙат» әҙәби-нәфис журналын ойоштороусы, уның беренсе баш мөхәррире. Ул 40 йыл республика матбуғатында эшләгәндән һуң, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашты. Шағирә күп йылдар БР Яҙыусылар союзының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт секцияһы рәйесе булды, йәш әҙәбиәтселәргә ижад юлына аяҡ баҫыу өсөн байтаҡ эштәр башҡарҙы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: