Новости
19 Декабрь 2021, 06:30

Өфөлә кисә автошыршы тоҡанды

Кисә баш ҡаланың Октябрь районында Яңы йыл алды флешмобы уҙҙы. Йөҙҙән ашыу автомобилсе "Максидом" сауҙа үҙәге янына кискеһен килде һәм рәттәргә теҙелеп, шыршы һынын барлыҡҡа килтерҙе. Аҙаҡ улар барыһы ла фарҙарын, "аварийка"ларҙы тоҡандырҙы, осоусы дрон был күренеште юғарынан фото-видеоға төшөрҙө. ⏬

Өфөлә кисә автошыршы тоҡандыӨфөлә кисә автошыршы тоҡанды
Өфөлә кисә автошыршы тоҡанды

Сарала ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берәүҙәре машиналарын байрамса биҙәп, үҙҙәре лә Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Юлбарыҫ булып кейенгән ине. Байрамда Татарстан, Силәбе һәм Ырымбур ҡунаҡтары ла булған.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас