Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2021, 19:05

Республиканың яңы баш дәүләт автоинспекторы билдәле булды

Рәсәй Эске эштәр министрлығы бойороғо менән полиция полковнигы Владимир Севастьянов Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы етәксеһе ителде. ⏬

Республиканың яңы баш дәүләт автоинспекторы билдәле булды
Республиканың яңы баш дәүләт автоинспекторы билдәле булды

Белешмә:

Владимир Александрович 1980 йылдың 1 мартында Нефтекамала тыуған. 2000 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған. Шул уҡ йылдың ноябрендә Нефтекама Эске эштәр идаралығы ЮХХДИ бүлегенең юл күҙәтеүе дәүләт инспекторы вазифаһына тәғәйенләнә. 2003 йылдың мартынан 2010 йылдың июненә тиклем ҡаланың Юл-патруль хеҙмәте полкында төрлө вазифаларҙа эшләй. 2010 йылдың июненән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының юл-патруль хеҙмәте, эҙләү һәм административ практика бүлеген етәкләй. 2013 йылдың декабрендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы ЮХХДИ юл-патруль хеҙмәте полкы командиры вазифаһына тәҡдим ителә. 2018 йылдың ноябрендә БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы етәксеһе урынбаҫары булып эшләй.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының «Хеҙмәт батырлығы өсөн», «Бурысҡа тоғролоҡ өсөн» миҙалдары менән наградланған.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: