Новости
6 Декабрь 2021, 13:09

Ҡайһы бер граждандарға үҙҡурсаланыу тәртибе индерелә

Юғары әҙерлек тураһындағы указ йәнә үҙгәртелде.

Ҡайһы бер граждандарға үҙҡурсаланыу тәртибе индереләҠайһы бер граждандарға үҙҡурсаланыу тәртибе индерелә
Ҡайһы бер граждандарға үҙҡурсаланыу тәртибе индерелә

Уға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

– коронавирус менән сирләгәндәргә мотлаҡ үҙҡурсаланыу тәртибе индерелә. Был һуңғы алты айҙа вакциналанған граждандарға ҡағылмай;

– «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы, шәхси ташыусылар һәм таксистар көнөнә ике тапҡыр пассажир салонын дезинфекцияларға һәм еүеш сепрәк менән таҙартырға бурыслы;

– автовокзалдарза, аэропорттарҙа, йылға порттарында ике тәүлеккә бер тапҡыр дезинфекция үткәреү мөһим;

– хәрбиҙәр, уларҙың ғаилә ағзалары вакциналау һәм һуңғы алты айҙа сир үткәреү тураһында белешмәне хәрби-медицина ойошмаһынан бирелгән ҡағыҙ документ менән раҫлай ала;

– балалар уйын бүлмәләрен, шул иҫәптән балаларҙың күңел асыу үҙәктәрен, асыу рөхсәт ителә. Уларға ингәндә вакцина яһатыу тураһында QR-код һәм һуңғы алты айҙа сир үткәреү белешмә күрһәтеү мотлаҡ. Был ҡағиҙә балаларға ҡағылмай.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас