Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2021, 12:00

Өфөләге Ш.Хоҙайбирҙин һәйкәлен асыуға бөгөн 40 йыл

Республика матбуғаты журналистарын көн дә иртәнсәк сәләмләгән һәм кисен оҙатып ҡалған һәйкәл 1981 йылдың 4 декабрендә асылған. ⏬

Өфөләге Ш.Хоҙайбирҙин һәйкәлен асыуға бөгөн 40 йыл
Өфөләге Ш.Хоҙайбирҙин һәйкәлен асыуға бөгөн 40 йыл

Сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин үҙенең ҡыҫҡа һәм сағыу ғүмерендә күпте башҡарып өлгөргән. Тап уның етәкселегендә заманса башҡорт әҙәби теленең нормалары булдырылған һәм республиканың дәүләт теле булараҡ рәсми ҡулланылышҡа индерелгән.

Скульптураның авторҙары - Т. П. Нечаева һәм Б. Д. Фузеев, архитекторы - Ф. И. Рехмуков.

Иҫтәлекле урындың тап Матбуғат йорто алдында урынлашыуы осраҡлы түгел. Тап Ш.Хоҙайбирҙин башланғысында республикала совет матбуғаты үҫешкән, үҙе лә билдәле яҙыусы һәм публицист булған.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: