Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2021, 11:25

Әҙелдәр ФАП-лы булды

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районының Әҙел ауылында заманса итеп ҡоролған фельдшер-акушер пункты асылды. ⏬

Әҙелдәр ФАП-лы булды
Әҙелдәр ФАП-лы булды

ФАП бар кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған, бында хеҙмәткәрҙәр һәм пациенттар өсөн бар бар шарттар тыуҙырылған. Бина электр ярҙамында йылытыла, һыу үткәрелгән. Әйткәндәй, тиҙҙән бының кеүек ФАП-тар Федоровка, Аҡназар һәм Маҡан ауылдарында ла барлыҡҡа киләсәк.

Пунктты асыу тантанаһы уҙғас, ҡунаҡтар бинаны ҡараны, үҙ баһаһын бирҙе. Бында был көндө ауылда йәшәүсе ике кеше тажзәхмәткә ҡаршы вакцина ла яһатты.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: