Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2021, 19:10

Актриса Нина Ургант мәрхүм булған

Санкт-Петербургта 93-сө йәшендә РСФСР-ҙың халыҡ артисы Нина Урганттың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. ⏬

Актриса Нина Ургант мәрхүм булған
Актриса Нина Ургант мәрхүм булған

Нина Ургант Луга ҡалаһында тыуған. А. Н. Островский исемендәге Ленинград театр институтын тамамлаған. Ярославлдәге Ф.Волков исемендәге театрҙа бер йыл эшләй һәм Ленкомға күсә. 1962 йылдан алып А. С. Пушкин исемендәге Ленинград академия драма театрында актриса була һәм 30-ҙан ашыу роль башҡара.

Кинола ул "Укротительница тигров", "Вступление", "Я родом из детства", "Сыновья уходят в бой" кеүек фильмдарҙа ҡатнашҡан, иҫәбендә 50-нән ашыу роль бар. Иң билдәлеһе тип "Белорусский вокзал" картинаһында шәфҡәт туташы Рая һанала.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: