

Быйыл проект төбәк-ара кимәлгә сығып, Волга буйы, Урал федераль округтарындағы 20 республика, өлкә һәм крайға йәйелдерелде. Бындай үҫешкә Рәсәй Президентының мәҙәни башланғыстар фонды ярҙам итте.
Алда әйтелгәнсә, конкурсҡа ғаризалар 1 декабрҙән ҡабул ителә башлай. Буласаҡ режиссерҙарҙы уҡытыу иһә — Яңы йыл каникулдарынан һуң.
Положениеға ярашлы, конкурста Волга буйы, Урал федераль округтарында йәшәгән 18 — 65 йәшлек һәр граждан ҡатнаша ала.
Аҙаҡтан проект авторҙары 2022 йылда конкурс еңеүселәре менән Рәсәй халыҡтары телдәрендә 75 сценарий, 45 нәфис һәм документаль фильм, роликтар, клиптар булдырырға планлаштыра.
Тулы мәғлүмәт менән ошо һылтанма буйынса инеп таныша алаһығыҙ: www.slovo-zemli.ru