

Дмитрийҙы "ҡыҙыл зона"ла өс аҙнаға яһалма комаға ебәргәндәр, 2 ноябрҙә уға үпкәһенә операция яһағандар. Ирҙә аутоиммун сирен тапҡандар, уға тере ҡалыу өсөн иммуноглобулин кәрәк булған. Ирҙең туғандары ярҙам һорап Радий Хәбировҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән, Башҡортостанда дауалауға һәм кире юлға аҡса тапҡандар. Тик табиптар айырым шарттарһыҙ транспортта йөрөтөүҙе тыйған.
«ИВЛ-ға тоташтырылған сирлеләрҙе самолетта дүрт сәғәт осороу һәр ваҡытта мөмкин түгел. Был үпкәләргә ҙур көсөргәнеш тыуҙыра, баротравма һөҙөмтәһендә уларҙың йыртылып сығыу хәүефе бар. Пациенттың хәл-торошо бик ауыр ине, Төркиә табиптары уның юлды имен үткәреүенә бер гарантия ла бирә алмаған. Уға бар медицина ярҙамы урында күрһәтелгән, шулай ҙа пациент алыҫ юлды үткәрә алмаҫ ине», — тип ковид-госпиталдең баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов был хәлгә үҙ фекерен белдерҙе.
25 ноябрҙә сирленең хәле хөртәйгән һәм ул мәрхүм булған. Республика ирҙең кәүҙәһен алып ҡайтыуға ярҙам итәсәк. «Йөк 200»-ҙө Мәскәү аша йәки Өфөгә тура килтерәсәктәр.