Новости
26 Ноябрь 2021, 13:10

Нимә ул селикагель?

Дымдан һаҡлау өсөн шәп әйбер.

Нимә ул селикагель?Нимә ул селикагель?
Нимә ул селикагель?

Сумка, аяҡ кейеме, көнкүреш техникаһы һатып алғанда иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, унда бәләкәй генә пакеттарҙа селикагель һалынған була. Ғәҙәттә , беҙ уларҙы ҡулланмағас, ташларға ашығабыҙ. Көндәлек тормошта бына тигән файҙалы әйбер икән ул.


Был матдә әйберҙе дымланыуҙан, һыуланыуҙан һаҡлай. Ваҡ ғына гранулалар дымды үҙенә тартып, әйберҙе киптерә. Хатта һыуланған кеҫә телефонын да киптереп алырға була. Селикагель бөртөктәре тултыртылған һауытҡа телефонды һалып  ҡуйырға ғына кәрәк.

 Ямғырҙа һыуланған сумкағыҙ дымланып, еҫләнеп торһа, селикагель киптерер ҙә, насар еҫен дә алыр. Серле пакеттағы был матдә спорт сумкаһындағы, кроссовкалағы ,  футболкалағы тир еҫен дә ала.

Фототехниканың линзалары ла дымлы һауала тирләй. Бының өсөн фотоаппараттың чехолына селикагель пакетын һалып тороғоҙ.

 Яҙғыһын йәшелсә - емеш сәскәндә  орлоҡтарығыҙ артып ҡалһа, дымланып ятмаһын өсөн уны селикагель пакеттары араһына һалығыҙ.

Гербарий өсөн сәскә киптереп алырға теләһәгеҙ, ҡағыҙға сәскә менән селикагель пакеттарын төрөп һалырға кәрәк.

 

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас