+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь , 16:01

Яңы вакцина уйлап табылған

Танауға эшләнә торған вакцина уйлап табылған.

Яңы вакцина уйлап табылған

  «Спутник V» һәм уның башҡа төрҙәрен  уйлап табыусы Н. Гамалея исемендәге микробиология һәм эпидемиология милли тикшеренеү үҙәге коронавирусҡа ҡаршы танауға эшләнә торған вакцина уйлап тапҡан.   Үҙәктең етәксеһе Александр Гинцбург әйтеүенсә, уның кире эҙемтәләре юҡ, әммә  препараттың һөҙөмтәлелеген тикшерергә кәрәк әле.   

Танауға эшләнә торған вакцинаға әле клиник тикшереү үткәрелмәгән. Әлегә үҙ ирке менән ололар ҡатнашлығында уның тәүге фазаһын үткәреү өсөн генә рөхсәт бирелгән.  Билдәле булыуынса, был вакцина аллергиктарға хәүефле булыуы ихтимал.   

Яңы вакцинаны    Владимир Путин үҙендә һынап ҡараған. Бер ниндәй кире йоғонтоһон һиҙмәгән, иртәгәһенә үк спорт менән шөғөлләнә башлаған. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина