+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь , 20:45

ЦУР башҡортса ла яңғырай

Республика менән идара итеү үҙәге БСТ телеканалының «Сәләм» тапшырыуында тура эфирҙа башҡорт телендә бәйләнешкә инә башланы. #ЦУРБашкортостан #бергә_эшләйбеҙ ⏬

ЦУР башҡортса ла яңғырай

Тема ябай түгел. Йәмәғәт транспорты эше халыҡты борсоған төп мәсьәләләрҙең береһе. Быны Республика менән идара итеү үҙәге аналитикаһы күрһәтә. Бөгөн тура эфир ваҡытында һөйләшеү тап ошо хаҡта барҙы.

Транспорт буйынса халыҡты нимә борсой? Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Урал Рисов әйтеүенсә, был темаға ҡағылышлы мөрәжәғәттәр бар. Өфөлә йәшәүселәр күберәк автобустарҙың кис насар йөрөүе тураһында борсола, маршруттарға автобус өҫтәүҙе һорай. Мәҫәлән, Өфөлә 51-се маршрут буйынса күп яҙалар. Был «Башавтотранс» ДУП маршруты, ул ҡалала иң оҙоно. Әгәр ҙә 2018 йылда бында 32 автобус эшләһә, бөгөн - 50. «Башавтотранс» вәғәҙә итеүенсә, быйыл 51-се маршрутҡа тағы 6 автобус өҫтәләсәк.

Ауылда йәшәүселәр курше ауылдарға барыу мәсьәләһе хаҡында күп яҙа. Тимәк, проблема бар. Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге транспорт министрлығы, «Башавтотранс» ДУП һәм ҡала-район хакимиәттәре менән бергә был мәсьәләне хәл итеү буйынса эшләй. Ҡайһы бер урындарҙа мәсьәлә тиҙ генә хәл ителә, ҡайҙалыр ваҡыт йәки аҡса талап ителә.

Автор:Айбулат Ишназаров