

Тапшырыуҙа республика халҡын борсоған мәсьәләләр, «Инцидент менеджмент» мәғлүмәт системаһына килгән ялыуҙар, халыҡтың проблемалары ни тиклем тиҙ хәл ителеүе тураһында һөйләйәсәктәр.
«Сәләм» тапшырыуы көн дә иртәнге 7-нән 10-ға тиклем БЮТ-та башҡорт һәм рус телдәрендә эфирға сыға.
Республикаға идара итеү үҙәгенән башҡорт телендәге тура бәйләнеште шишәмбе һәм кесаҙна иртәнге 8.10 тигәндә ҡарарға мөмкин буласаҡ.