Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2021, 12:20

Кескәйҙәр электричкала льгота менән йөрөй аласаҡ

25 октябрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтенең сираттағы ултырышын уҙғарҙы. Унда ҡала-яны тимер юл транспортында 5-7 йәшлек балаларға льготалы йөрөү тураһында һүҙ алып барылды.   

Кескәйҙәр электричкала льгота менән йөрөй аласаҡ
Кескәйҙәр электричкала льгота менән йөрөй аласаҡ

– Әлеге ваҡытта ҡала-яны электр поездарында пенсионерҙарға, хеҙмәт ветерандарына, сәйәси золом ҡорбандарына 1 апрелдән 31 октябргә тиклем юлға түләгәндә 50% льгота ҡаралған. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар шундай уҡ ташлама менән 1 сентябрҙән 15 июнгә тиклем ҡуллана, – тине Андрей Назаров. – 5 йәштән 7 йәшкә тиклем балаларға ла льготалы юл йөрөүҙе индерергә тәҡдим ителә. 

БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдереүенсә, әле ҡала-яны тимер юл бәйләнешендә пассажир 5 йәштән оло булмаған балаларҙы бушлай йөрөтөү хоҡуғы бар. Электричкаларҙа йөрөгән 5-7 йәшлек балалар һаны йылына 30 меңдән ашыуға тура килә. Күп кенә төбәктәрҙә әйтелгән категорияға юлхаҡы норматив рәүештә нығытылып, тулы билеттың сирек өлөшөн тәшкил итә.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы тейешле документтарға төҙәтмәләр индерҙе, төбәк бюджетынан быға сығым йыл һайын 2,5 млн һум тәшкил итәсәк.

БР Хөкүмәтенең ултырышында 2022 йылдан 5-7 йәшлек балаларҙы ҡала-яны тимер юл транспортында йөрөткән өсөн 75 процентлыҡ ташлама индерелесәк тип белдерелде. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: