Новости
26 Октябрь 2021, 11:35

Гранат һуты нимә өсөн файҙалы?

Гранат һутында  кеше организмы өсөн тәүлегенә кәрәкле 40 процент С витамины бар.

Гранат һуты нимә өсөн файҙалы?Гранат һуты нимә өсөн файҙалы?
Гранат һуты нимә өсөн файҙалы?


Анарҙың (гранаттың) һутлы ғына тү­гел, шифалы ла икәнлеге күп­тән билдәле. Боронғо табиптар беҙҙең дә­үергә тиклем үк уны ме­дицинала ҡул­ланған. Гип­по­к­рат, мәҫәлән, ашҡаҙаны ауыртҡан кешеләргә анар һуты һығып эсергә тәҡдим иткән. Ғәрәптәр уны баш ауырт­ҡанда һәм ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары яфалағанда даи­ми ашарға ҡушҡан. Емештә, мәҫәлән, кеше организмы өсөн тәүлегенә кәрәкле 40 процент С витамины бар.
Төштәре тимергә бай булғанлыҡтан, табиптар бөгөн дә анарҙы аҙ ҡанлылыҡтан интеккән кешеләргә күпләп ашарға ҡуша, сөнки бер емеш кенә лә ҡандағы гемогло­бинды байтаҡҡа арттыра. Ул үҙенең составында эритро­цит ҡына түгел, лейкоцитты барлыҡҡа килтереүсе фолий кислотаһы булыуы менән дә ҡиммәтле һанала. Фолий кислотаһы шулай уҡ тәүҙә яралғының, аҙаҡ сабыйҙың нормаль үҫешенә булышлыҡ итеүе менән ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатындар өсөн айы­рыуса әһәмиәтле.

  Анарҙың әскелтем һуты аппетитты аса, ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй һәм аш һеңдереү процесын еңел­ләштерә, һалҡын те­йеп йүткергәндә, бөйөрҙәр ауырт­ҡанда, бауырҙа һәм үт ҡыуығында таш булғанда, һутын һығып, ашар ал­дынан ас ҡарынға эсеү кәңәш ителә. Емеш һуты һыуһынды ҡандыра һәм бер аҙ тән темпе­ратураһын төшөрә. Ҡабығындағы һәм еме тирәләй ятҡан йомшаҡ туҡымаһындағы танин матдәһе дизентерия ваҡытында, тән бешкәндә, яраланғанда ти­рене бөтәштереү һәм за­рарлы микробтарға ҡаршы көрәшеү өсөн файҙалы. Сто­матит, фарингит, сей яра һәм тире һыҙырылғанда ла уны яра бөтәштереүсе булараҡ ҡулланалар.

 

Фото:wallbox.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас