Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2021, 19:40

Биҙәүестәрҙе нисек таҙартырға?

Биҙәүестәр һабынлы һыуҙа ғына йыуғандан һуң ялтырамай.

Биҙәүестәрҙе нисек таҙартырға?
Биҙәүестәрҙе нисек таҙартырға?

Алтын биҙәүестәрҙе һабынлы һыуҙа тотоп, һаҡ ҡына теш щеткаһы менән таҙартырға кәрәк. Сылбырҙы иһә ше­шәлә йыуығыҙ ҙа һуңынан таҫтамал менән киптерегеҙ. Бигерәк тә йөҙөктәрҙең ташы аҫтына быс­раҡ йыйыла. Шырпы башына мамыҡ урап, одеколонға ма­ныр­ға һәм ипләп кенә ташты таҙартырға кәрәк. Һуңынан фланель йәки замша киҫәге менән ялты­ратығыҙ.
Көмөш һәм мельхиор әйберҙәрҙе һабынлы һыуҙа йыуып, буҫтау менән ялтыратығыҙ. Бик ныҡ ҡарайған би­ҙәүестәрҙе, аш содаһы менән таҙартҡандан һуң, йыуып төшөрөгөҙ. Шулай уҡ теш порошогы менән ял­тыра­тырға мөмкин.

Гәрәбә һәм фил һөйәгенән эшләнгән биҙәүестәрҙе ҡурҡмайынса һабынлы йылымыс һыу­ҙа йыуырға була. Әгәр ҙә фил һөйәге ҡарайһа йәки төрткөләр менән ҡап­ланһа, әйберегеҙҙе 10 минут хлорлы эзбиз иретмә­һендә тотоғоҙ.
Ағас биҙәүестәрҙе йыумайҙар, фланель киҫәге менән генә һөртәләр. Бер ваҡытта ла биҙә­неү әйберҙәренә май­лы ҡулдарығыҙ менән тотонмағыҙ: уларҙа тап ҡаласаҡ.
Тәбиғи һәм яһалма ынйынан эшләнгән әйберҙәрҙе сыйғыланыуҙан һаҡлағыҙ, йом­шаҡ сепрәккә урап, башҡа би­ҙәүестәрегеҙҙән айырым һалығыҙ.

Фото:svoimi-rukami2.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: