Новости
24 Октябрь 2021, 09:45

Кинйәғол олатайҙы ла иҫәпкә алғандар

Төпкөл Собханғолдан һуңғы тапҡыр 1961 йылда сыға ул.

Кинйәғол олатайҙы ла иҫәпкә алғандарКинйәғол олатайҙы ла иҫәпкә алғандар
Кинйәғол олатайҙы ла иҫәпкә алғандар

Белорет районының Собханғол ауылында бер генә йорт тора. Бер нисә тиҫтә өйҙөң бары тик нигеҙе генә һерәйеп ҡалған. Бында йәшәүселәр уҙған быуаттың 90-сы йылдарында төрлөһө төрлө яҡҡа күсеп бөтә. Бер Кинйәғол олатай ғына тыуған тупрағын ташларға баҙнат итмәй, инде 90-сы йәшендә Собханғолдың усағын һүндермәй йәшәүен дауам итә. Уның хаҡында бик күп фильм, видеорепортаж төшөрөлдө.

Яңыраҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы ирекмәндәре Собханғолға килгән. Улар олатайҙы иҫәпкә алған.

Йәниҫәпсе һүҙҙәренсә, уло  ҡунаҡтарҙы көтмәгән, әммә мөһим һорауҙарға яуап биргән.

 

60 йыл яңғыҙлыҡта

Кинйәғол олатайҙы ла иҫәпкә алғандар
Кинйәғол олатайҙы ла иҫәпкә алғандар
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас