+10 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь , 15:45

Йәнекәй ауылына НТВ каналы киләсәк

Ил телеканалының ижади төркөмө бер туған Ҡунаҡҡоловтарҙың тарихы менән ҡыҙыҡһына, ярҙам да итергә йыйына, ти.

Йәнекәй ауылына НТВ каналы киләсәк

Бөгөн республикала Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән инвалид Ҡунаҡҡоловтарҙың яҙмышына битараф булмаған кешеләр юҡтыр. Уларҙың тарихы менән иң тәүҙә хәбәрсе Рәхимә Мусина таныштырғайны. Рәхимә апай яҙған мәҡәлә беҙҙең гәзит биттәрендә донъя күрҙе.

Ошо көндәрҙә ул социаль селтәрҙә инвалид ағайҙарға бәйле ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты: «Бер аҙ күңелһеҙерәктән башлайым: Идиябыҙ (урындағы ауыл клубы мөдире) аҙна тирәһе элек ауырып дауаханаға барып эләкте, эш туҡтап торғандай булды. “Хәлем яҡшыра башланы, тик ятмайым, егеттәрҙең мәсьәләләрен хәл итеп ятам, әле һәйбәт адвокат таптым”, - тип яҙҙы бөгөн. Ҡунаҡҡоловтарҙың өйөнә бәйле суд аша хәл итә торған проблема тыуған икән. Ә Йәнекәйҙә эш гөрләй, санузел иртәгә әҙер була, егеттәр яңы телефон аша ҡыуанып видеолар һалып торалар, ти. Идияға тиҙерәк һауығып сығыуын теләйек!

Һәм тағы бер яңылыҡ: Мәскәүҙән НТВ каналынан киләбеҙ тип шылтыратҡандар, хатта нимә алып барайыҡ тип һорағандар. Бына шулай, беҙ өсәүҙең теге өсәүе Рәсәй кимәленә сыға!»

Автор:Инсаф Хужабирганов