

Халыҡ һөйөүөн яулаған йырсыӘбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында йәшәгән Мөхәмәт Ғәлимов һуңғы аҙнала интернет селтәрендә ҙур популярлыҡ яуланы. Уның башҡарыуындағы видеояҙманы илле мең тирәһе кеше ҡарап, үҙ фекерҙәрен ҡалдырҙы. Баймаҡ ҡалаһының тележурналистары моң эйәһе Мөхәмәт Ғәлимов менән яҡындан танышты.
Мөхәмәт Ғәлимовтың махсус белеме лә, маҡтаулы юғары исеме лә юҡ. Әммә уның күңеле тулы моң. Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуы, гармун-баянда өҙҙөрөп уйнауы күптәрҙең күңеленә үтеп инде. Мөхәмәт Ғәлимовҡа сәнғәткә һөйөү ата-әсәһенән килә. Йыр сәнғәтенең алтын фондына ингән Уйыл, Сәлимәкәй, Буранбайҙы таҙа, көр тауышы менән башҡара.
«6-сы класта уҡығанда баянда уйнарға өйрәндем. 9-сы класта уҡытыусым Рәйлә апай «Аҡ ҡайын» тигән йыр өйрәтте һәм мин тәүге тапҡыр ошо йыр менән сәхнәгә сыҡтым. Халыҡ йырҙарына Рамаҙан Йәнбәковтың пластинкаларын тыңлап өйрәндем. 45-50 йәштәрҙә халыҡ йырҙарын башҡара башланым. Бесәндә, салғы сүкеп ятҡанда, гел көйләп йөрөй инем», - ти Мөхәмәт Ғәлимов.
Мөхәмәт Ғәлимовтың йырлағанын күршеһе Рәшиҙә Фәттәхова яҙҙырып алып, туғанына ебәрә. Шулай итеп видеояҙма тиҙ арала интернет селтәрен ялмап ала. Ҙур ҡалаларҙан, Татарстан Республикаһынан эшлекле тәҡдимдәр килә.
Таланттарҙы күрә белеү, ваҡытында уларға күтәрелергә ярҙам күрһәтеү кәрәк. Шулай ҙа, Мөхәмәт Ғәлимовҡа ҙур сәхнәләрҙә үҙен һынап ҡарарға һуң түгел. Сылтырап аҡҡан шишмәгә тиң моңло тауыш тағы ла бихисап мәшһүр йырҙарҙы башҡарыр.
Әлфиә Хәмитова