-6 °С
Болотло
Бөгөн иртәнге сәғәт туғыҙҙа Татарстандың Миңзәлә ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә ҡурҡыныс фажиғә булған. L-410 еңел моторлы cамолеты ергә ултырған саҡта бәрелә һәм ҡоймаға барып төкөй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғә һөҙөмтәһендә бортта булған 23 кешенең ун бише һәләк була. Уларҙың икәүһе — Башҡортостандан. Хәбәр ителеүенсә, бортта республикабыҙҙың Конгресс-бюроһының элекке етәксеһе Павел Музыченко булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, самолеттың двигателендә өҙөклөк килеп тыуған.