Форум "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүгә булышлыҡ итәсәк. Әле илдең 25 төбәгендә интеллектуаль транспорт системаларын (ИТС) үҙләштереү башланған. Был эштең маҡсаты - кешеләрҙең йәшәйешен яҡшыртыу.
Әйткәндәй, беҙҙең ҡалаларҙа ла "аҡыллы туҡталыш"тар бар.
Сара уңайынан төҙөлгән күргәҙмәгә яңы эшкәртмәләр, юғары технологиялы системалар, заманса аппарат-программа комплекстары ҡуйылған.
Фото: "ИНФОРМАВТОДОР".